

Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары мәктәп ашханаһында туҡмас әҙерләне. Ул махсус хәрби операция зонаһына - хәрбиҙәргә ебәреләсәк. Мәстүрә Тимербаева үҙе ҡатнаша алмаһа ла он, йомортҡа тапшырған. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар был эште бер нисә сәғәт эсендә башҡарып ҡуйған.
Изге эште ойоштороусы ауыл мәҙәниәте мөдире Раушания Такаева: “Эшебеҙ бик ырамлы булды, туҡмас кипкәнсе ултырып сәй эсеп алдыҡ. Матур, изге теләктәр теләп, туҡмасты киҫеп тә ҡуйҙыҡ. Илебеҙҙе һаҡлаған егеттәребеҙҙең ризығына яҙып, иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын!” – тип бүлеште.
Сығанаҡ: vk.com/public137362606