

Хәйбуллалар «Башҡортостан. Сикһеҙ хәрби туғанлыҡ 2023» автоуҙышында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алды. Ҡатнашыусылар Аҡъярҙың Еңеү паркындатантаналы митинг үткәрҙе, Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалып, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын ҡотланы.
Башҡортостанда 29 июндән 2 июлгә тиклем Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөнә һәм Рәсәй хәрбиҙәренә ярҙам итеүгә арналған «Башҡортостан. Сикһеҙ хәрби туғанлыҡ 2023» автоуҙышы үтә. Акцияны «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт оцошмаһының республика бүлексәһе уҙғара.
Өфөлә автоуҙыш 29 июндә башланған. Һуңынан колонна Ҡырмыҫҡалы — Межгорье — Учалы — Белорет — Асҡар — Сибай — Баймаҡ — Аҡъяр — Йылайыр – Иҫәнғол — Мораҡ — Күмертау — Ермолаево — Мәләүез– Салауат — Стәрлетамаҡ — Өфө маршруты буйлап үтә. 1 июлдә Йылайыр районында хәрби хәрәкәттәр ветерандары слеты уҙасаҡ.