

Санкт-Петербург ҡалаһында белем алып, ошо арала Аҡъярға ялға ҡайтҡан Ләйсән Бәҙәмшина көн һайын Ғаилә хеҙмәтенә килеп, яугирҙарға маскировкалау селтәрен үрергә йөрөй. Эшһөйәр, оло йөрәкле ҡыҙ хатта ял көндәрендә өйөнә материалдар алып ҡайтып, эш көнө башланғас әҙер селтәрҙе алып килеп тапшырған һәм шунда уҡ киләһе селтәрҙе үрергә тотонған. Каникулдарға ҡайтҡан студент ҡыҙ изге эштәре менән күп кенә йәштәргә үрнәк булып тора! Афарин!
Әйткәндәй, маскировкалау селтәрен үреү эше туҡтамай, унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Әлеге ваҡытта ирекмәндәр Аҡъяр ауылы, М.Гәрәев урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан Ғаилә хеҙмәтендә, шулай уҡ Ивановка, Вәлит, Яңы Ергән, Татыр-Үҙәк ауылдары клубтарында селтәр үреү менән мәшғүл. Изге эшегеҙ яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлауҙа, еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыуға оло ярҙам булһын!