

«Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» рубрикаһы геройы - Мәләүез районы фермеры, «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Илдус Хәлитов.
Эшҡыуарҙың тәүге хәйриә проекты - Корнеевка ауылында төҙөгән Аллаһ йорто. Әсәһенең исемен мәңгеләштереү маҡсатында, мәсеткә «Гөлниса» исемен биргән.
Яҡташыбыҙ Булат Рафиҡов исемендәге Корнеевка урта мәктәбенең иң яҡшы уҡыусыларына махсус премия булдырған. Шулай уҡ ул мәктәптәргә финанс яҡтан ярҙам күрһәтә.
«Мин мәктәптә тик яҡшы билдәләренә генә өлгәштем, бының өсөн күп тырышлыҡ һалырға кәрәклеген беләм. Шуға ла һәләтле уҡыусыларҙы дәртләндерергә булдым", - ти Илдус Хәлитов.
https://vk.com/bashkortostanim
Башҡортостаным | яңылыҡтар