

Бейек-Тау эко-һуҡмағы тағы ла уңайлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ урынға әүерелде. Ҡунаҡтарға тауға менеү өсөн баҫҡыс һәм эскәмйәләр, ә Бейек-тауҙың башында бәүелсәк ҡуйылды.
«Уңайлы ял, бәүелсәктә бәүелеү тауға менеп етеүселәр өсөн бүләк булыр», — тип белдерә «Башҡортостан» милли паркы вәкилдәре.