

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр адресына ауырлығы ун килограмға тиклемге посылкаларҙы бушлай ебәреү ойошторолған. ”Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры бойороғона ярашлы, был яңылыҡ 2023 йылдың 28 апреленән ғәмәлгә инде.
2023 йылдың 1 майынан тапшырылмаған посылкаларҙы хәрбиҙәр адресына ебәреү (103400 г.Москва - 400, войсковая часть – полевая почта) “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәтенең теләгән бер почта элемтәһе бүлексәһенән түләүһеҙ башҡарыла.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/