ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2023, 09:11

Первомайскиға һалдат ҡайтты!

Әйүповтарҙың улы хеҙмәтен тултырып ҡайтты

Первомайскиға һалдат ҡайтты!Первомайскиға һалдат ҡайтты!
Первомайскиға һалдат ҡайтты!

Первомайский ауылынан Роза һәм Дим Әйүповтарҙың улдары Даян бер йыл хеҙмәтен тултырып, ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырып ҡайтып төштө.

- Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу шикелле, 1 йыл үтеп тә китте. Шулай көткән кешегә генә бик ҡыйын икән. Иң мөһиме, иҫән һау ғына булһын, юлында яҡшы кешеләр осраһын, тип теләктәр теләнем. Аллаға шөкөр, Даяныбыҙ тыуған ил алдындағы хәрби бурысын намыҫлы үтәп, имен-һау ҡайтып етте. Кемдәрҙең улдары армияла, кемдәрҙеке ҡайтырға йөрөй, иҫән һау булһындар, - тип  шатлығы менән уртаҡлашты Роза Әйүпова.  

 

 

 

   

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас