ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2023, 18:10

Иләстәр илһөйәрлек акцияһын ойошторҙо

*

Иләстәр илһөйәрлек акцияһын ойошторҙоИләстәр илһөйәрлек акцияһын ойошторҙо
Иләстәр илһөйәрлек акцияһын ойошторҙо

Иләс ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Обелиск янында сәскәләр” тип аталған илһөйәрлек акцияһын ойошторҙо. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә ҡатнашыусылар  Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалып, батырҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Балалар ауыл китапханаһында  Иләстән һуғышта ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре тураһында мәғлүмәт алдылар.  Совет һалдаттарының ҡаһарманлығы, ябай совет граждандарының һуғыш осорондағы фиҙаҡәр хеҙмәте тураһындағы китаптар күргәҙмәһе менән таныштылар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар илебеҙҙең тарих биттәре тураһында һөйләгән китапханасыны ҡыҙыҡһынып тыңлап, һорауҙар бирҙеләр. Аҙаҡ өйҙә уҡырға китап һәм журналдар алып, китапханаға йышыраҡ йөрөргә вәғәҙә иттеләр.  

Илячевская Сельская-Библиотека

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас