ЙӘМҒИӘТ
22 Июнь 2023, 09:18

Халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы

..

Халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығыХалҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы
Халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы

1941 йылдың 22 июне – илебеҙ тарихында ҡара хәрефтәр менән яҙылған дата, Рәсәй халҡының нисәмә тиҫтә йылдар әрнеү-һағышы менән һуғарылған көн.  82 йыл элек фашист Германияһы иғлан итеп тә тормайынса илебеҙгә ябырыла. Шулай башланып киткән был аяуһыҙ һуғышта халҡыбыҙ еңеп сыға. Һуғыш башланған көн 1996 йылдан бирле Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә. Ошо мөһим дата уңайынан Аҡъяр ауылының Еңеү һалдаты һәйкәле янында митинг үтте. Унда ололар менән бер рәттән уҡыусылар ҙа ҡатнашып, сара башында Еңеү һалдаты һәйкәленә сәскәләр һалынды.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов митингты асып:  “Тарихыбыҙҙа халыҡ хәтерендә бөйөк һәм фажиғәле ваҡиғалар, батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ дәлиле булараҡ мәңге һаҡланасаҡ дата бар.  22 июнь илебеҙ тарихында иң ҡайғылы көндәрҙең береһе. Һуғыш башланыуға 82 йыл үтһә лә, һуғыш шаңдауы онотолмай, беҙ тыуған ил азатлығы өсөн башын һалғандарҙы хәтергә алабыҙ һәм  ихтирам күрһәтәбеҙ.  Йылдар үткән һайын шул фажиғәле көндәрҙән алыҫлашабыҙ. Әммә был ҡанлы ваҡиғаға күп йылдар үтһә лә, азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн йән аямай алышҡан Ватаныбыҙ һаҡлаусылары беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Яу яланында алышҡан, тылда фиҙаҡәр хеҙмәт иткән бөтә ветерандар алдында баш эйәбеҙ.  

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фашизм һәм нацизм идеяһы бөгөн тағы ла яңғырай. Беҙҙең хәрбиҙәр махсус хәрби операцияла Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғон яҡлап, олатай-ҡартатайҙарыбыҙ кеүек үк илебеҙҙе фашизмдан һаҡлай. Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығы хаҡында иҫтәлекте һаҡларға бурыслыбыҙ, - тине һәм митингта ҡатнашыусыларҙы  яу яланында тыуған ил азатлығы өсөн башын һалған һәм һуғыштан һуң вафат булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алырға саҡырҙы.

Халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы
Халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы
Халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы
Халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы
Халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы
Халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы
Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас