

Бөгөн, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, Федоровка ауылында махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугир-контрактник Олег Чурилкинды һуңғы юлға оҙаттылар.
Олег Петрович 1968 йылда Федоровка ауылында тыуған. Ишле ғаиләлә буй еткерә. Армия хеҙмәтенән һуң, “Красный добролволец” колхозында төрлө эштәрҙә эшләй. Балта оҫтаһы булараҡ таныла. Һуңғы йылдарҙа һаҡ предприятиеһында эшләй. Яугирҙың ҡатыны, ике балаһы бар. Ауылдаштары уның тураһында тик йылы һүҙҙәр еткерҙе.
Олег Чурилкин 2023 йылдың 13 февралендә Рәсәй Оборона министрлығы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөй. 10 июндә Ватаныбыҙ мәнфәғәтен һаҡлап, СВО зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Яугирҙең ғаиләһеи һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.