

Барыһы ла ауыр саҡта һынала. Илгә һынау килгәндә лә халҡыбыҙ юғалып ҡалманы. Олоһонан алып кесеһенә тиклем махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеүгә тотондо. Хәйбулла ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, айырым граждандарҙан да, ойошмаларҙан да яугирҙарға ярҙам килеүе туҡтамай.
Ошо арала Бүребай ауылы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙары тарафынан үрелгән маскировкалау селтәрҙәре, Степной ауылы мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары үҙ ҡулдары менән эшләгән 300-ҙән ашыу ҡап ҡоро душ ирекмәндәргә тапшырылған. Афарин! Изгелегеҙ үҙегеҙгә күп тапҡырҙар артып әйләнеп ҡайтһын!
Хәйбулла ирекмәндәре госпиталдәрҙә дауаланған яугирҙарға кейем йыйыуҙы дауам итә, сөнки был әйберҙәр көн дә тиерлек кәрәк. Ир-егеттәргә төрлө миҙгелдәге эске, өҫкө һәм аяҡ кейемдәре (куртка, футболка, свитер, кофта, толстовка, трико, ыштан [классика йәки джинсы салбарҙарҙан тыш], кроссовкалар, кедалар, тәпешкәләр, кепка, кәпәс һәм башҡалар) йыйыла. Ирекмәндәр белдереүенсә, кейемдәрҙең яҡшы торошта, таҙа булыуы мөһим. Әйткәндәй, ошо арала хәйбуллалар тарафынан йыйылған кейемдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән посылка госпиталдә дауаланған хәрбиҙәргә барып еткән.
Кейем-һалымдарҙы түбәндәге адрестар буйынса йыялар:
* Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте (Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40-сы йорт);
* Бүребай ауылы "Металлург" мәҙәниәт йорто (Бүребай ауылы, Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт).