ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2023, 04:48

Хәйбулла районы вәкилдәре бөрйән ырыуы башҡорттары йыйынында ҡатнашты

Иҫәнгилде ауылынан Иршат Айытбаев бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәгән Хәйбулла районы ауылдарының тарихы менән таныштырҙы, йыйынға үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.

Хәйбулла районы вәкилдәре бөрйән ырыуы башҡорттары йыйынында ҡатнаштыХәйбулла районы вәкилдәре бөрйән ырыуы башҡорттары йыйынында ҡатнашты
Хәйбулла районы вәкилдәре бөрйән ырыуы башҡорттары йыйынында ҡатнашты

Иҫке Собханғол ауылында Бөрйән ырыуы йыйыны үтте. Уның эшендә Хәйбулла районының Сиҙәм ауыл биләмәһе вәкилдәре лә ҡатнашты.Сараның тантаналы өлөшө Бөрйән ырыуы тарихына бәйле театрлаштырылған тамашанан башланды.
Юғары рухлы, илһөйөрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған концерт номерҙарынан һуң, сараның фәнни-ғәмәли өлөшө башланды. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, йыйындың оло әһәмиәтен билдәләне.

Сәләмләү һүҙҙәре менән шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары Арсен Еникеев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, БДМУ-ның медицина генетикаһы һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры Сәлиә Мырҙабаева сығыш яһаны.

Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев билдәле Бөрйән ырыуы шәхестәрен барланы. Әхмәт Сөләймәнов музейы директоры Роза Ғүмәрова “Киләсәккә әйтер һүҙем булһын” исемле доклады менән сығыш яһаны. Бөрйән ырыуының ҡор башы вазифаһын башҡарыусы Руслан Биккининдың доклады “Ырыу эштәре тәртибен ойоштороу. Ырыу хәрәкәтенең тел, тарих һәм дә көндәлек тормошҡа әһәмиәте” темаһына арналғайны.
Бөрйән, Баймаҡ, Әлшәй, Дәүләкән, Илеш, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Хәйбулла, Федоровка райондарынан килгән вәкилдәр, шул иҫәптән Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылынан Иршат Әхәт улы Айытбаев, бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәгән ауылдарының тарихы менән таныштырҙы, йыйынға үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.

Бик фәһемле һәм һөҙөмтәле, эшлекле үткән йыйынға йомғаҡ яһап, «Бөрйән ырыуы» йәмәғәт ойошмаһы советын һайланылар һәм ойошманың ҡарарын, ырыуҙың гербын һәм Әхмәр Үтәбай һүҙҙәренә Вилүр Мәүлитов ижад иткән “Беҙ боронғо Бөрйәндәр” тигән йырҙы ырыу гимны итеп ҡабул иттеләр.

Сараның бүләкләү өлөшөнән һуң ҡор башлығы һайланды. Был яуаплы вазифа Бөрйән район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, кадрҙар һәм мәғлүмәт-аналитика эше бүлеге начальнигы Марсель Ғүмәровҡа йөкмәтелде. Штандарт Түңгәүер ырыуы вәкиле, шағирә, журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Айгөл Айытҡоловаға тапшырылды.

Хәйбулла районы вәкилдәре бөрйән ырыуы башҡорттары йыйынында ҡатнашты
Хәйбулла районы вәкилдәре бөрйән ырыуы башҡорттары йыйынында ҡатнашты
Хәйбулла районы вәкилдәре бөрйән ырыуы башҡорттары йыйынында ҡатнашты
Автор:Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы
Читайте нас