ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2023, 08:50

Хәмзә хәҙрәт яҡташын осратҡан

Был ҡыйыу егеткә ни бары 25 йәш, бер йылда өс тапҡыр яраланған.

Хәмзә хәҙрәт яҡташын осратҡанХәмзә хәҙрәт яҡташын осратҡан
Хәмзә хәҙрәт яҡташын осратҡан

Махсус операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан һалдаттарының рухи остазы Хәмзә Хафизов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Сибайҙан Рәдиф исемле яҡташын осратыуы хаҡында яҙған. 

"Башҡорт батальоны хәрбиҙәренә барғанда йәнә Сибай ҡалаһынан яҡташымды осраттым, ҡушаматы – "Зима". Был ҡыйыу егеткә ни бары 25 йәш. Ул батальон булдырылған көндән алып хеҙмәт итә. Бер йылда өс тапҡыр яраланды. Һауыҡҡас та ҡабаттан үҙенең батальонына әйләнеп ҡайтты.

Туғаным, һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйем. Хоҙай Тәғәлә һине һаҡлаһын. Өйөңә имен-һау әйләнеп ҡайт", – тип яҙған Хәмзә хәҙрәт.

Фото: Хәмзә Хафизовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас