ЙӘМҒИӘТ
18 Июнь 2023, 03:11

Яугирға - Суворов миҙалы!

  

Яугирға - Суворов миҙалы!Яугирға - Суворов миҙалы!
Яугирға - Суворов миҙалы!

Әлшәй районынан «Ибраһим» позывнойлы яугир дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән. Хакимиәт башлығы Дамир Мостафиндан яҡташыбыҙҙың Суворов миҙалын алыуы билдәле булды. Тейешле указға 17 апрелдә ил президенты ҡул ҡуйған.

«Был уның батырлығын, яуаплылылығын, шулай уҡ үҙ эшенә тәрән тоғролоғон раҫлай. Беҙ уның хаҡында Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған геройыбыҙ тип ғорурланып һөйләй алабыҙ. Яҡташыбыҙҙы ошондай мөһим награда менән ҡотлайым. Тыуған илгә тоғролоҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн рәхмәт!», - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Әлшәй хакимиәте етәксеһе.

сығанаҡ:Башинформ.

Фото:Дамир Мостафин/vk.com
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас