ЙӘМҒИӘТ
16 Июнь 2023, 10:23

Йәнтештән Сәит Торомтаев егәрле, бөтмөр, бар эшкә лә өлгөр ир-уҙаман

"Атайыбыҙ үҙе институт бөтмәһә лә, беҙҙе, биш балаһын да уҡырға, белемле, тырыш булырға өндәне",--ти уның балалары.

Йәнтештән Сәит Торомтаев   егәрле, бөтмөр, бар эшкә лә өлгөр ир-уҙаманЙәнтештән Сәит Торомтаев   егәрле, бөтмөр, бар эшкә лә өлгөр ир-уҙаман
Йәнтештән Сәит Торомтаев егәрле, бөтмөр, бар эшкә лә өлгөр ир-уҙаман

Йәнтеш ауылынан Сәит Ильяс улы 1963 йылдың 31 майында  муйылдар ап-аҡ сәскә атҡан ваҡытта яҡты донъяға ауаз һала. Бала сағы бик күңелле,  бәхетле,  иҫтәлеккә бай була. Атаһы-әсәһе, өләсәһе Фатима бар яҡлап ҡурсалап, хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерәләр.  Етеҙ малай өй һәм кәртә-ҡура тирәһәндәге эштәрҙе бик тиҙ атҡарып, ярҙамсы булып үҫә.

Ауыл мәктәбендә уҡыған саҡта, дәрестәрҙән һуң, малайҙар менән ҡолас ташлап, ярышып, Һаҡмар йылғаһында һыу төшәләр, ҡомонда ҡыҙыналар.  Бәхетле баласаҡтың бер күренеше был. Бәләкәйҙән  балыҡ ҡармаҡларға, атта һыбай йөрөргә, бесәндә күбә тарттырырға әүәҫ була. Техника менән ҡыҙыҡһынған егет 10-сы класты тамамлағас, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында водитель һөнәренә уҡып сыға. Һуңынан әрме сафына алынып, ике йыл Германияла рядовой водитель булып хәрби бурысын үтәй. Армияла ла һынатмай Йәнтеш егете,  етеҙ йүгерек, автоматтан мәргән атыусы булараҡ, командованиенан Маҡтау ҡағыҙҙарыы, хәрби-спортсы значогы менән бүләкләнә.

 Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында шофер булып ең һыҙғанып, тырышып эш башлай. Техникаһын ваҡытында ҡарап, хеҙмәтенә яуаплы ҡарағанға күрә, ике йыл һайын колхозға ҡайтарылған яңы машина уға бирелә. Әлбиттә,  яңы машина алған егет тағы ла сәмләнеп эшләй, уға етеүсе булмай, урып-йыйыу ваҡытында ла  келәткә иң күп иген ташыған  водитель булып, машинаһына флаг тағып ебәрәләр. Был бит үҙе ғорурлыҡ! Бөтә техникаларҙы биш бармағы кеүек белгән Сәит Торомтаев колхозда барлығы 20 йыл шофер булып эшләй.

Сәит Ильяс улы хужалыҡ тарҡалғас та, эшһеҙ ҡалмай. Бына инде 20 йыл  “Һаҡмар” шифаханаһында  газ ҡаҙанлығы операторы булып эшләй. Бында ла үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай. Бихисап маҡтау ҡағыҙҙары һәм Почет грамоталары ошо хаҡта дәлилләй.

Тормошта Сәит Торомтаев  бик егәрле, бөтмөр, бар эшкә лә өлгөр ир-уҙаман. Шәхси хужалығындағы Беларус тракторы менән ҡышҡылыҡҡа малына бесән саба,  тырмата, күбәләй һәм ҡураһына ташый.  Әсәйебеҙ Әлфиә Рафаэль ҡыҙы менән бергәләшеп күпләп мал-тыуар үрсетәләр, ҡош-ҡорт тоталар, баҡса сәсәләр, емеш-еләк йыялар. Йыйып алған уңыштарын (емеш-еләк, картуф, май, ҡорот, йомортҡа һәм башҡалар) Аҡъяр һәм Гай баҙарҙарында һатып, кәсеп итәләр. Себерҙә йәшәгән улдарына  йыл да итләтә, картуф, йәшелсә-емештәр менән  ярҙам итеп ҡыуандыралар.  Беҙҙең атайыбыҙҙың тағы бер матур сифаты бар. Ул оҫта мал салыусы.  Һуғымдар осоро етһә, бөтә яҡтан туғандар уны саҡыра. Сөнки мал сала белеү ҙә үҙенә күрә бер оҫталыҡ. Ҡәҙерле кешебеҙ һис ҡасан ҡул ҡаушырып ултырмай.

Атайыбыҙ Сәит Ильяс улы менән әсәйебеҙ Әлфиә Рафаэль ҡыҙы  матур, татыу донъя көтәләр.  Улар 4 балаға, өс ейәнсәр һәм бер ейәнгә  бәхетле ҡартатай һәм ҡартәсәй.  Йәй етһә, шау-гөр килеп балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән ихата тула. Атай йортонан тик ҡыуаныслы ауаздар яңғырай. Ҡартатай һәм ҡартәсәй балаларының ҡунаҡҡа килеүен һағынып көтөп алалар. Бөтәбеҙ бергәләп бесән эшләйбеҙ, картуф утайбыҙ. Йыл да шулай ҡыуанып, һағынып тыуған ауылыбыҙға, атай-әсәй янына ашҡынабыҙ.

Атайыбыҙ үҙе институт бөтмәһә лә, беҙҙе, биш балаһын да уҡырға, белемле, тырыш булырға өндәне. Ҡарлы-ямғырлы, буранлы көндәргә  ҡарамай, бишебеҙҙе лә уҡытам тип, үҙ машинаһында һәр ваҡыт ҡаршы алды, алып барҙы, Өфө юлын күп тапаны. Бишебеҙ ҙә гимназия-интернатта уҡыныҡ, Самат, Азамат, Ғәҙел һәм Нәфисә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын тамамланы. Айтуған Сибай гимназия-интернатында уҡыны. Беҙ үҙебеҙ үҫеп кткәс кенә аңланыҡ, ауылда йәшәгән атай-әсәйебеҙҙең  беҙ белемле булһын тип, ниндәй көс, ҡыйынлыҡ менән 1-се кластан балаларҙы баш ҡалаға гимназия-интернатҡа ебәреүҙең нимә икәнен.

Аллаға шөкөр, бөтәбеҙ ҙә тиерлек мәртәбәле белем усағында физика-математика профилендәге кластарҙа белем алдыҡ, фән олимпидаларында даими ҡатнаштыҡ, һәр беребеҙ бишле билдәләренә генә уҡыны. Мәктәптән һуң, Самат менән Азамат  Өфө дәүләт техник университетының  төҙөлөш һәм архитектура факультетын тамамланы. Бөгөнгө көндә  улар икеһе лә ғаиләләре менән алыҫ Себер тарафтарында йәшәй, Сорғотнефтегаз ойошмаһында эшләйҙәр, төҙөлөш буйынса квалификациялы белгестәр. Айтуған улдары БДУ-ның география факультетын уңышлы тамамлап, әлеге ваҡытта атай-әсәйебеҙ янында йәшәй.  Уларға шәхси хужалыҡта ярҙам итә, үҙе “Һаҡмар” һауыҡтырыу шифаханаһында эшләй. Ғәҙел улдары Өфө дәүләт нефть-техник университетының тау-нефть факультетының 3-сө курсында белем ала.  Нәфисә ҡыҙҙары Ҡазан ҡалаһында  Ҡазан федераль университетында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетында 3-сө курста уҡый. Аллаға шөкөр, бишебеҙ ҙә юғары уҡыу йорттарында бюджет өлкәһендә уҡыныҡ һәм уҡыйҙар. Хәҙер бөтәбеҙ ҙә юғары белемгә ынтылып, тырышып, атай-әсәйебеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙ һөнәребеҙгә тоғро булып, матур эшләйбеҙ.

Әсәйебеҙ Әлфиә Рафаэль ҡыҙы 30 йылға яҡын Йәнтеш ауылында фельдшер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән әсә булараҡ, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Атай-әсәйебеҙ Йәнтеш ауылында ғына түгел, районда абруйлы, билдәле, ихтирамлы кешеләр, өлгө ғаилә. Әгәр ҙә беҙ, балалары, бөгөнгө көндә ниндәйҙер бер уңыштарға өлгәшкәнбеҙ, ҙур үрҙәр яулағанбыҙ икән, улар бөтәһе лә атай-әсәйебеҙҙең тырышлығы һәм ярҙамы. Беҙ улар алдында баш эйәбеҙ, ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Хөрмәтле атайыбыҙ, ғүмер байрамың менән тәбрик итәбеҙ һәм һаулыҡтың нығын, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ. Һаман шулай беҙгә үрнәк булып ҡал!  Һинең биргән йылы хистәрең, эшкә өйрәткән аҡыллы кәңәштәрең беҙгә йәшәргә көс өҫтәй, илһам бирә. Донъя рәхәттәрен күреп, әсәйебеҙ менән бәрәкәттә, бәхетле йәшәгеҙ.

Изге теләктәр менән, әсәйең Рима Хөсәйен ҡыҙы, ҡатының Әлфиә Рафаэль ҡыҙы, улдарың Самат, Азамат, Айтуған, Ғәҙел, ҡыҙың Нәфисә, килендәрең Оля,  Луара,  ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Кәримә, Даныл, Фатима, Сәлимә.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас