

Таналыҡ йылғаһында һыу ағымынан түбәнгә ҡарай Солтанов Билал олатай мәрхүмден баҫмаһын Билал баҫмаһы тип йөрөттөләр.
Ул һәр ваҡыт баҫмаһын ҡарап, һыу тартылған һайын уны шылдырып рәтләп торҙо. Ярҙан уйып баҫмаға төшкәнсе киртләсләп баҫҡыс эшләй торғайны. Берәүһен үҙенен өйөнә тура , ә икенсеһен ашамдар өсөн шулай уҡ киртләсләп эшләгән.
Билал олатай мәрхүм үҙенен картуф баҡсаһынан, ашамдарға һыу ташыр өсөн алыҫ булғас, ҡыяр, һуған, кишер үҫтерер өсөн ер биргән.
Һыу таҙа булғас, балыҡ,ҡыҫала күп булған.Ул баҫмала балыҡ ҡармаҡлаһаң,икмәккә емләһәң дә бик күп эләккән. Бигерәк тә алабуға,ҡыҙылкүҙ күп сирткән. Баҫманын тирә яғын ҡамыш, аҡ, һары томбойоҡтар уратып алыр булған, үҙе мәрхүм булғас улы Рәйес Солтанов һәр ваҡыт төҙөк, тәртиптә тотто.
Быйыл Башҡортостанда «Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы» сиктәрендә ата-бабаларҙың аманатын тергеҙеү эше башланып китте. Ҡартатаһының, атаһының эшен дауам итеп, Солтанов Фидель Рәйес улы өйө тапҡырына , Таналыҡ йылғаһында, баҫма эшләп ҡуйҙы.Төшөргә уңайлы булһын тип текә ярға тотонғосо менән баҫҡыс эшләне. Был башланғыс артабан да дауам итер тип ышанабыҙ.