ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2023, 15:06

Район һабантуйы ҡунаҡтары Хәйбулла районы тураһында үҙ тәьҫораттарын еткерҙе

Башҡорт батыры, спортсы, Рәсәйҙә иң көслө кеше титулын йөрөткән Эльбрус Ниғмәтуллин

Район һабантуйы ҡунаҡтары Хәйбулла районы тураһында үҙ тәьҫораттарын еткерҙеРайон һабантуйы ҡунаҡтары Хәйбулла районы тураһында үҙ тәьҫораттарын еткерҙе
Район һабантуйы ҡунаҡтары Хәйбулла районы тураһында үҙ тәьҫораттарын еткерҙе

Башҡорт батыры, спортсы, Рәсәйҙә иң көслө кеше титулын йөрөткән Эльбрус Ниғмәтуллин

--Һабантуй, тере организм кеүек,  бала саҡтағы һабантуй бер төрлө тәьҫораттар ҡалдырһа, 10 йыл элек булғандары бөтөнләй икенсе үтте, ә бөгөн Хәйбулла ерендә заманса һабантуй ойошторолдо. Бөгөн бәрәкәтле Хәйбулла ерендә ысын халыҡ байрамы, берҙәмлек байрамы, башҡарылғандарға йомғаҡтар яһау, хеҙмәт кешеләрен тәбрикләү байрамы. Хәйбулла районы сәсеүлек майҙаны буйынса республикала алдынғы урында тороуы оло мәртәбә. Баҫыуҙарҙа техникалар гөрләй, иген үҫә. Ауыл  кешеһе булараҡ, был мине бик ҡыуандыра. Ә һабантуй байрамына килгәндә, шундай рух, ҡыуаныс алдым. Хәйбуллала бик һәләтле, уңған кешеләр йәшәй! Ә ҡорот һуң? Төрлөһөнән тәмләп ҡараным, бындағы кеүек әллә нисәмә төрлө һәм шундай ҙур күләмдә ҡоротто бүтән бер ерҙә лә күрмәнем.Ул тик Хәйбулла районында ғына бар!

Һәр һабантуйҙа спорт ярыштары үтә, батырҙар көрәш майҙанына сыға. Спорт  буйынса карьерам артта ҡалды, әммә  мин алға ҡарайым.  Ошо һабантуйҙарға бәйле, йәш, өмөтлө спортсылар менән осрашам.  Уларға кәңәштәр ҙә бирәм,  бөгөнгө һабантуйҙа көс экстримында еңеүсене июлдә Ауырғазы районында үтәсәк  республика турнирына саҡырам. Әгәр унда ла еңеү яулаһа, Өфө ҡалаһында Республика көнөндә үтәсәк бөтә Рәсәй турнирына ла саҡырыу аласаҡ.  Мин спортты ташламайым,  ә Башҡортостандан төрлө милләтле һәләтле йәштәргә ярҙам итергә теләйем. Иң мөһиме,  йәш спортсыларҙың теләге һәм маҡсаты ғына булһын. Шул саҡта спорт үренә юл мотлаҡ асыласаҡ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас