ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2023, 13:50

Район һабантуйы ҡунаҡтары Хәйбулла районы тураһында үҙ тәьҫораттарын еткерҙе

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Рифат улы Сәлихов

Район һабантуйы ҡунаҡтары Хәйбулла районы тураһында үҙ тәьҫораттарын еткерҙеРайон һабантуйы ҡунаҡтары Хәйбулла районы тураһында үҙ тәьҫораттарын еткерҙе
Район һабантуйы ҡунаҡтары Хәйбулла районы тураһында үҙ тәьҫораттарын еткерҙе

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Рифат улы Сәлихов:

--Хәйбулла районына беренсе тапҡыр килеүем түгел. Был район миңә бик оҡшай һәм күңелемә яҡын, сөнки үҙем дә ошоға оҡшаш сал дала ерендә тыуып үҫкәнмен.

Ә бына бөгөн Хәйбулла ерендә гөрләгән һабантуйына килгәндә, бик ҙур масштаблы, рухлы, ер батырҙарын данлаған, йолаларҙы барлаған күркәм сара булды. Бигерәк тә хәйбуллаларҙың үҙебеҙҙең башҡорт ҡоротон брендлы продукция итеп күтәреүҙәре оҡшаны. Был бит бик шәп! Әгәр һәр брендлы продукцияның етештерелгән үҙ ватаны бар икән, был инде уның тарихы булыуы,  артабан үҫеш аласағы тураһында һөйләй. Хәҙер инде  442,6 кг тартҡан Хәйбулла ҡорото Рәсәйҙә яңы рекорд булараҡ теркәлде. Тимәк, шифалы аҡ ҡорот, хәйбуллалар тураһында бик күптәр беләсәк! Тағы ла Хәйбулла ерендә бөгөнгө көндә  ошо продукцияның 50-нән ашыу төрө эшләнеүе үҙе бер мөғжизә!

Мин әлеге ваҡытта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын етәкләйем һәм Хәйбулла районы тураһында тағы ла шуны әйтер инем. Гимназия—интернатта уҡыусыларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарынан.  Бөгөнгө көндә Хәйбулла районынан 7-сенән 11-се класҡа тиклем  32 уҡыусы белем ала.  Хәйбулла уҡыусылары һәр ваҡыт  яҡшы әҙерлекле, үҙаллы һәм яуаплы булыуҙары менән айырыла.  Был йәһәттән улар менән эшләү ҙә еңел.  Беҙ уларға сифатлы  белем биреп, ә улар, үҙ сиратында, киләсәктә юғары квалификациялы белгестәр булып, үҙ райондарына эшкә ҡайтыр, тип ышанам.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас