ЙӘМҒИӘТ
9 Июнь 2023, 06:09

Яңы ФАП-та йәш фельдшер

..

Яңы ФАП-та йәш фельдшерЯңы ФАП-та йәш фельдшер
Яңы ФАП-та йәш фельдшер

Фельдшер hөнәре кешенән түҙемлек, белем, үҙ-үҙеңде контролдә тотоуҙы талап итә. Тап бына фельдшер хәл иткес беренсел медицина ярҙамын күрһәтә. Татыр-Үҙәк ауылы ФАП-ның йәш фельдшеры Зәлиә Таҡаева бала саҡтан уҡ кешеләргә ярҙам итeргә хыяллана.

 Әңгәмәсемдең ғаиләһе Силәбе өлкәһенән Әлибай ауылына күсеп килә. Өфө ауылында урта белем алғандан һуң, Сибай медицина колледжында фельдшерлыҡ һөнәрен үҙләштереп ҡулына диплом ала һәм шул уҡ йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына эшкә төшә. Диплом алған йылы йәйге осорҙа “Аҡсарлаҡ” лагерында хеҙмәтен камиллаштыра. Артабан бер йыл самаһы Яңы Ергән  медицина пунктында эшләй. 2019 йылдан иһә Татыр-Үҙәк ауылы халҡының һаулығы һағында тора. 2020 йылдың ноябрь айынан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән, уңайлы, заман талаптарына яуап биргән ФАП-та бөгөнгәсә эшен дауам итә.  

- Фельдшер-акушер пунктында шарттар бик яҡшы. Эҫе һәм һыуыҡ һыуы килеп килеп тора, йылы. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү, ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы, процедуралар, прививкалар эшләү һәм башҡа кабинеттар бар. Эштә төрлө хәлдәр була. Шул иҫәптән күңелде ҡырғаны ла. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр үҙ һаулыҡтарына битараф ҡарай. Улар табиптарға барырға һәм диспансеризация үтергә теләмәй. Ундай хәл-шарттарҙа үҙемдең бөтә яуаплылығымды аңлап, кешеләргә медицина тикшереүҙәренең мөһимлеген аңлатырға тырышам, - ти йәш белгес.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 23-сө һанында.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас