

Ғаилә башлығы сығышы менән Әбүбәкер ауылыныҡы, ә уңған хужабикә Сиҙәм ауылынан. Йәштәрҙең танышыу тарихы иһә Байғусҡар ауылына барып тоташа. Гөлназ Әнүәр ҡыҙының атаһы ғаиләһе менән Яңы Ергән, Аҡъяр, һуңынан Байғусҡар ауылына күсеп килә. Улар күскән ваҡытта Динар Данис улының ата-әсәһе лә балалары менән Байғусҡарға күсеп, шунда донъя ҡорған булалар. Һәм ике ғаилә араһында ныҡлы дуҫлыҡ ебе барлыҡҡа килә. Гөлназ Әнүәр ҡыҙы был хаҡта: “Беҙ Байғусҡар ауылына күсеп килгәс, буласаҡ иптәшемдең ата-әсәһенең ярҙамы ныҡ булды. Беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ ҡоҙа-ҡоҙағый булышып, әле дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ ептәре ныҡ. Танышып китеүебеҙгә лә улар сәбәпсе булғандыр.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 23-сө һанында