ЙӘМҒИӘТ
6 Июнь 2023, 04:47

Иттән ваҡ бәлеш

..

Иттән ваҡ бәлешИттән ваҡ бәлеш
Иттән ваҡ бәлеш

Ҡамыр өсөн кәрәк: 2 стакан йылымыс һөткә балғалаҡ ярым ҡоро сүпрә һалып бутарға ла, 1 йомортҡа, самалап тоҙ һәм он һалып артыҡ йомшаҡ булмаған ҡамыр баҫырға. Шунан уны йылы урынға ҡабартырға ҡуйырға.

 
 
Иттән ваҡ бәлеш
 
Иттән ваҡ бәлеш

Эслек өсөн кәрәк: 1 килограмм фаршҡа 1-2 баш һуған турап һалабыҙ,  самалап тоҙ, борос өҫтәп яҡшылап бутарға.
Ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп, артыҡ ҙур булмаған йәймәләр йәйеп ваҡ бәлештәр эшләргә. Шунан ҡыҙған майҙа ике яҡлап бешереп алырға.

 Сығанаҡ һәм фото: “Файҙалы кәңәштәр” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Автор:
Читайте нас