

Йәш райондашыбыҙ Илнар Сәйетов ял көндәрендә баш ҡалабыҙ Өфөлә Шайморатов Генерал һәйкәле янында булған. Күңеле тулып китеп, һәйкәлгә һоҡланып, батырыбыҙ менән ғорурланып йырлап та ебәргән.
Беҙҙең Аҡьяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһында тап ошондай рухлы, илһөйәр балалар тәрбиәләнә лә инде.
Һай, афарин, Илнар! Бына шулай үтә беҙҙең балаларҙың ял көндәре!!!