ЙӘМҒИӘТ
5 Июня 2023, 08:45

Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын

Вәзәмдәр тәбиғәт ҡосағында шифалы үләндәр йыйып, уларҙан тәмле аш бешергән. 

Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһынҮҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын
Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын

"Йолоҡ, йолоҡ туйы..Арыныу, таҙарыныу тигәнде аңлата был һүҙ. Бына ике тиҫтә йыл инде Вәзәмдәр яҙғыһын, йәй башында, ҡырҙа шифалы үләндәр сығып һут йыйғас Йолоҡ туйына ҡырға сығабыҙ. Быйыл да , Аллаға шөкөр, тәбиғәт беҙҙе һыйындырып, туйындырғаны өсөн рәхмәттәр әйтеп, доға ҡылып шифалы үләндәрҙән "Иҫке ҡорһаҡ, яңы аш, ауырыуҙар менән ҡас!"-тип, ризыҡ ауыҙ итергә насип булды. Балтырған, көпшә, кесерткән, ҡуҙғалаҡ, оҫкон, әсертке, йыуа үләндәре кеше өсөн бик шифалы үләндәр. Бындай ашты йыл эсендә өс тапҡыр ашау кәрәк. Тәмле аш ашап, самауыр сәйенән һуң төрлө халыҡ уйындары, әйтеш, йомаҡ ҡойшоп ярыштыҡ. Һуңынан Вәзәм йылғаһы буйында бит- ҡулдарҙы сайып, һыу һибешеп ямғыр теләнек. Тәбиғәт ҡосағында булып тәнгә сихәт, күңелгә рәхәтлек алып, ял итеп ҡайттыҡ. Алла бирһә икенсе йылда ла ошо урынға сығып тәбиғәт менән аралашып, таҙарынып, арынып ҡайтырға яҙһын, донъялар имен булһын!"

Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын
Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын
Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын
Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын
Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын
Үҙебеҙҙең ризыҡ дауа булһын
Автор:Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубы
Читайте нас