Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2023, 12:06

ТУЙЫП ҺИКЕРӘБЕҘМЕ?

Кисә подъезд алдында хахылдашҡан, ҡысҡырышҡан тауыштар ишетеп тәҙрә аша тышҡа күҙ һалдым. Шарҙар тотҡан йәштәр йыйылып киткән. Кемдеңдер битен тортҡа манып алғандар икән. Шунан ҡыҙыҡ табып урам яңғыратып рәхәтләнеп көләләр. Туҡта, крем яғылған тәмлекәс булһа ла торт та шул икмәк бит әле ул... Аҙаҡ баяғы торт подъезд алдында тәгәрәп ятып ҡалды, үткән бер кешенең аяҡ кейеме “кремланды”. Ризыҡ менән шаярыр заманда йәшәйбеҙ икән. Йә, Хоҙай...    

ТУЙЫП ҺИКЕРӘБЕҘМЕ?
ТУЙЫП ҺИКЕРӘБЕҘМЕ?

Икмәк - йәшәйештең иң оло байлыҡтарының береһе. Әммә һуңғы йылдарҙа икмәкте күпләп сүп-сар контейнерында ла күрергә тура килә, аяҡ аҫтында тапалып ята... Ә бит икмәк ҡәҙере бөткән ергә афәт һәм сир килә, тиҙәр.

Кисә подъезд алдында хахылдашҡан, ҡысҡырышҡан тауыштар ишетеп тәҙрә аша тышҡа күҙ һалдым. Шарҙар тотҡан йәштәр йыйылып киткән. Кемдеңдер битен тортҡа манып алғандар икән. Шунан ҡыҙыҡ табып урам яңғыратып рәхәтләнеп көләләр. Туҡта, крем яғылған тәмлекәс булһа ла торт та шул икмәк бит әле ул... Аҙаҡ баяғы торт подъезд алдында тәгәрәп ятып ҡалды, үткән бер кешенең аяҡ кейеме “кремланды”. Ризыҡ менән шаярыр заманда йәшәйбеҙ икән. Йә, Хоҙай...

Шул торт менән матур ғына итеп сәй эсеп булманымы икән ни? Аптырарһың... Элек-электән икмәк өйҙөң түрендә булған - ул етеш тормошто, туҡлыҡты аңлатҡан. Хеҙмәт итеү һәм үҙ икмәгеңде үҫтереү - ул ойошҡанлыҡ, ул берҙәмлек. Өйөңдә икмәк бар икән, тимәк, Аллаһы Тәғәләнең фатихаһы бар.

Оҙон һәм, бигерәк тә, хәүефле юлға сыҡҡан кеше икмәк һынығын өйөндә ҡалдыра - был уның имен-аман йөрөүенә булышлыҡ итә, тигән һынамыш бар.

Икмәкте төшөңдә күрһәң, гел генә яҡшылыҡ булырын көтәһең.

 

Икмәктән туйып һикергән ергә бәхетһеҙлек килә, тиҙәр.

 

Автор:Резеда Валиева.
Автор:
Читайте нас: