Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2023, 11:38

Әсәйҙәргә - дан миҙалы

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнделәр

Әсәйҙәргә - дан миҙалы
Әсәйҙәргә - дан миҙалы

Бөгөн муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов өс күп балалы әсәгә - Степной ауылынан Миңзифа Таһирова, Аҡъяр ауылынан Алһыу Әбделмәнова һәм Рәйлә Әбсәләмоваларға "Әсәлек даны" миҙалын тапшырҙы.

Әсәләр ишле бала тәрбиәләүҙең ауырлығын күрмәй. Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, ишле ғаиләлә балалар ярҙамсыл, эшһөйәр булып үҫә. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, йән биргәнгә йүне лә табыла. Ишле ғаилә ҡороуҙан йәштәр ҙә ҡурҡмаһын. Ни тиһәң дә, милләт яҙмышы, уның киләсәге туранан-тура демографик хәлгә бәйле.

Әйткәндәй, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса бирелә. Быға тиклем был түләмдең күләме 17241 һум тәшкил итә ине.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең киләһе һанында баҫыла. 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас: