Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2023, 09:04

Республикала "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эш башланы

Фондтың төп маҡсаты — ветерандарҙы һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен адреслы һәм “бер тәҙрә” тәртибендә тейешле ярҙам саралары менән тәьмин итеү

Республикала "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эш башланы
Республикала "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эш башланы

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолған "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы асылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә уртаҡлашыуынса, фонд махсус операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эше менән шөғөлләнә.

“Бурыстар иҫәбендә — медицина, психологик, социаль  ярҙам. Ветерандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа һәм ҡайтанан уҡытыуҙа, уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуға булышлыҡ итеү һәм башҡалар. Республикала яугирҙәр һәм уларҙың туғандары өсөн 40 социаль координатор әҙерләнгән, йыл аҙағына тиклем уларҙы 180-гә еткерербеҙ. Улар — хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре, социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр. Улар махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләренең проблемаларын яҡшы белә”, — тине Радий Хәбиров.

“Ватанды һаҡлаусылар” Башҡортостандың һәр ҡалаһында һәм районында асыла, тип билдәләне республика етәксеһе.

“Дәүләт фондының филиалына мөрәжәғәт итеүселәрҙе хәстәрлек менән солғап алыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Бөгөн Башҡортостандың меңләгән данлы улы алғы һыҙыҡта илебеҙҙе һаҡлай. Исемле ирекмәндәр подразделениелары, Рәсәй гвардияһы яугирҙәре, контрактсылар, мобилизацияланғандар. Уларҙың һәр береһен иҫән-һау һәм еңеү менән көтәбеҙ. Уларҙың туғандары һәм яҡындары мохтажлыҡ кисермәһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ”,— тине Радий Хәбиров. 

“Ғәҙәттәгесә, Башҡортостан ҙур дәүләтебеҙҙең терәк төбәге булды. Яҡташтарыбыҙ бөгөн дә махсус хәрби операция ваҡытында үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Фондтың нигеҙен тәшкил итәсәк социаль координаторҙар һәләк булған ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән эшләйәсәк. Әлегә уларҙың һаны – 40, ләкин йыл аҙағына тиклем 180 буласаҡ. Улдары, аталары, ағалары әлеге ваҡытта нацизмға ҡаршы көрәшкән кешеләрҙең мөһим мәсьәләләрен хәл итеү уларға йөкмәтелә. Иң мөһиме, улар бөтә мәсьәләләрҙе лә әҙәпле, һаҡ һәм оператив хәл итһен. Барығыҙҙы ла филиал асылыуы менән ҡотлайым һәм коллективҡа уңыштар теләйем. Беҙ еңәсәкбеҙ”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Фондтың  филиалын асыу тантанаһында.

“Ватанды Һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалын Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Гөлнур Ҡолһарина етәкләне. Ул локаль ҡораллы конфликттарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы социаль-психологик реабилитациялауҙы ойоштороуҙа ҙур тәжрибәгә эйә.

“Фондтың төп маҡсаты — ветерандарҙы һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә адреслы һәм “бер тәҙрә” режимында тейешле ярҙам күрһәтеү. Филиалыбыҙҙың эшмәкәрлеге махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған йәки яраларынан вафат булған яугирҙәрҙең ғаиләләре хәстәрлек тойһон һәм ғәҙәти тормошҡа кире ҡайтһын өсөн ойошторолорға тейеш. Фонд тәрбиәләнеүселәре менән филиалдарҙа социаль координаторҙар эшләйәсәк, улар республикабыҙҙа әлеге этапта 40 кеше. Социаль координаторҙар үҙҙәре лә ветерандар һәм һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре менән бәйләнешкә инер тип планлаштырабыҙ. Был мөһим йүнәлеш, беҙ уны системалы рәүештә ойошторасаҡбыҙ. Ярҙамға мохтаж һәр ветеран уны ваҡытында һәм тулы кимәлдә алырға тейеш", – тине Гөлнур Ҡолһарина.

Фонд филиалының адресы:  Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107. Эш ваҡыты — иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (ял көндәрендә лә).

Фото: Защитники Отечества vk.com

 
Республикала "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эш башланы
Республикала "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эш башланы
Республикала "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы эш башланы
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: