Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2023, 14:59

Иғтибар, 10 йылға биометрик сит ил паспорттарын рәсмиләштереү өсөн ғаризалар ҡабул итеү тергеҙелде

-

Иғтибар, 10 йылға биометрик сит ил паспорттарын рәсмиләштереү өсөн ғаризалар ҡабул итеү тергеҙелде
Иғтибар, 10 йылға биометрик сит ил паспорттарын рәсмиләштереү өсөн ғаризалар ҡабул итеү тергеҙелде

Дәүләт пошлинаһы күләме элеккесә: өлкәндәр өсөн - 5 000, 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн 2 500 һум тәшкил итә.

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре (https://vk.cc/couk1o), Күп функциялы үҙәк аша (https://vk.cc/ckQ0w0) йәки Эске эштәр министрлығында бирергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Күп функциялы үҙәктең ҡайһы бер офистарында кешеләр биометрик мәғлүмәттәрҙе үҙаллы тапшыра алһын өсөн криптокабиналар ҡуйылған. Бындай кабиналар һанлы фотокамера, күләгәһеҙ яҡтыртыу системаһы, бармаҡ эҙҙәрен һәм документтарҙы сканерлау ҡооолмаһы менән йыһазландырылған.

Криптокабиналар урынлаштырылған Күп функциялы үҙәк офистары исемлеге ошонда:

- Туймазы ҡ., С. Юлаев урамы, 69А
- Нефтекама ҡ., Төҙөүселәр урамы, 59
- Күмертау ҡ., Төҙөүселәр урамы, 59
- Стәрлетамаҡ ҡ., Хоҙайбирҙин урамы, 83
- Өфө ҡ., Яңы күпер урамы, 8
- Белорет ҡ., 5 Июль урамы, 3
- Октябрьский ҡ., Кортунов урамы, 15
- Сибай ҡ., Горький урамы, 74к

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: