Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2023, 14:52

Йомортҡа менән рис ярмаһынан тәмлекәс

..

Йомортҡа менән рис ярмаһынан тәмлекәс
Йомортҡа менән рис ярмаһынан тәмлекәс

Ҡамырға кәрәк: ярты литр һөт + һыу, 30 грамм сүпрә, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 1 балғалаҡ тоҙ, 2 йомортҡа, 80 грамм  аҡ май, он (ҡамырҙы баҫҡас, бик ҡаты булмаһын).

 
 
Йомортҡа менән рис ярмаһынан тәмлекәс
 
Йомортҡа менән рис ярмаһынан тәмлекәс

Әҙерләү ысулы: 250 грамм йәшел һуғанды турап, әҙ генә тоҙ һәм 100 грамм аҡ май һалып, 10 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Шунан ярты стакан дөгөнө бүрттергәс, бешкән 4 йомортҡаны ҡырғыс аша үткәреп, барыһын бергә ҡушып болғайбыҙ. Тәменә ҡарап тоҙ һалабыҙ.

Ҡамыр ҡалҡҡас, пирожки яһарға һәм май ҡыҙғансы өҫтөн ҡаплап, ял иттерергә кәрәк.

 

Сығанаҡ һәм фото: Зәмзәмиә Сәмиғуллина.

@zamzamiya.samigullina

Автор:Зөһрә Хәкимова
Автор:
Читайте нас: