Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2023, 15:34

Отош уйыны башланды!

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар

Отош уйыны башланды!
Отош уйыны башланды!

Бына, ниһайәт, “Аҙна һайын бүләк” уйынына старт бирҙек. 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына йәки тотош йылға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатабыҙ.

1 июнгә ҡарата “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылғандар араһында барлығы 67 гәзит уҡыусыларыбыҙ үҙ квитанцияларын теркәтте. Шуларҙың иң күбе Аҡъярҙан, ауылдарҙан бик һирәк. Квитацияларығыҙҙы алып килергә мөмкинселегеҙ булмаһа, “Хәйбулла хәбәрҙәре”нең Бәйләнештә социаль селтәренә фотоға төшөрөп ебәрһәгеҙ була. Тағы ла “Башҡортостан Республикаһы” Нəшриəт йорто əҙерлəгəн һәм Аҡъярҙан шәхси эшҡыуар магазинынан приздар уйнатыла. Үткəн йыл ошондай уҡ уйында ҡатнашыусыларҙың күп булыуы һөйөндөргəйне.

Тәүге еңеүселәребеҙ – Аҡъяр ауылынан Нәсимә Байгилдинаға сәй һауыт-һаба йыйылмаһы, Әлфиә Манһырова һәм Асия Асаиноваларға М. Ғафури исемендәге драма театрының район мәҙәниәт йортонда ҡуйылған “Һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакленә биллеттар һәм Аҡнаҙар ауылынан Рәсимә Ишкилдинаға кофеварка эләкте. “Ҡайһылай яҡшы булды. Район мәҙәниәт йортонда үткән бер концертты ла ҡалдырмайым. әле килеп Өфө артистары ҡуйған спектаклгә билет оттом. Мотлаҡ барасаҡмын”, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Асия Асаинова.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 22-се һанында

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас: