Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2023, 11:21

Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Ағинәйҙәр» ойошмаһы менән берлектә «Кәкүк сәйе» байрамын үткәрҙе.

Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола
Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола

31 май үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Ағинәйҙәр» ойошмаһы менән берлектә 1-се Аҡъяр мәктәбенең 3-сө "а" һәм 5-се "а" класс уҡыусылары өсөн «Кәкүк сәйе» байрамын үткәрҙе. Сараның маҡсаты: йәш быуынға халҡыбыҙ йолалары аша тәрбиә биреү, милли-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе үҫтереү, башҡорт фольклоры традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү.

Кәкүк сәйе – борондан килгән матур йола. Был йола апрель аҙағынан июнгәсә, ер ҡарҙан әрселгәндә һәм тәүге йәшеллек менән ҡапланғанда үткәрелә. Халыҡ изге тип һаналған ҡошто ризалатыу өсөн тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторған, сәй табыны әҙерләгән.

Байрамды асып, «Кәкүк сәйе» йолаһы хаҡында Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева аңлатма бирҙе һәм байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.  Байрамға изге ҡош Кәкүк тә килеп ҡушылды, ҡоштарҙың тәбиғәткә булған файҙаһы тураһында мәғлүмәт еткерҙе, ҡоштар тураһында йомаҡтар ҡойҙо. Сараға 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Искәндәр Файзуллин башҡарыуында ҡурай моңо, «Ағинәйҙәр»ҙең ҡумыҙ, батмус, мандолинала башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмәләре йәм өҫтәне.  Артабан байрам халҡыбыҙҙың милли уйындары «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Осто-осто», «Аҡ ҡалас», «Алырым ҡош, бирмәм ҡош» һәм төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар менән үрелеп барҙы.

 

Лира Такалова, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәре.

Центральная-Районная Библиотека

Автор:
Читайте нас: