Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июнь 2023, 14:54

Бәхетле бала саҡ

Вәзәм ауылында Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған матур сара ойошторолдо. 

Бәхетле бала саҡ
Бәхетле бала саҡ

Вәзәм ауылында Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған матур сара ойошторолдо. Шат балалар тауышынан урам яңғырап торҙо, ауылға йәм бирҙе, ҡот өҫтәне. Ауыл клубы янында улар өсөн төрлө хәрәкәтле, музыкаль, шаян уйындар ойошторолдо. Шулай уҡ урам асфальтына матур һүрәттәр ҙә төшөрөп алдыҡ, оҫталыҡтарҙы күрһәттек. Тик тормаҫ, дәртле балалар менән йүгерешеп "Өсөнсө артыҡ" уйынын да яратып уйнап алдыҡ. Һаулыҡта, бәхетле булһын балаларыбыҙ, Байрам менән!!!

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Вәзәм ауылы клубы

Автор:
Читайте нас: