Программа кем өсөн тәғәйенләнгән?
Унда Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәгән бәлиғ булған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.
Килеме ҙур булмаған ғаиләләр өсөн был отошло - айлыҡ иғәнәнең һәр 10 мең һумына дәүләт 3 мең һум өҫтәй. 30 процентлыҡ премия аҡсаһы - иң отошло банк депозитына ҡарағанда ла юғары.
Программаға нисек керергә?
Программаға партнер булған банк офистарына бармайынса ғына «Торлаҡ өсөн йыйылған аҡса» рәсми интернет-порталы жсс-рб.рф аша инергә мөмкин, программаға онлайн тоташыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә кәрәк.
Нисек аҡса йыйып, отошло нигеҙҙә торлаҡ һатып алырға?
1 - программаға инергә һәм банктан хуплау көтөргә
2 - ай һайын вкладты тулыландырырға һәм дәүләттән премия алырға
3 - кредит өсөн йылына 5,2 проценттан башлап ташламалы шарттарға алырға
4 - үҙеңдең йыйған аҡсаң, дәүләт премиялары һәм ташламалы ипотека кредиты иҫәбенә торлаҡ һатып алырға
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы статусы (һәм уларҙың ғаилә ағзалары), 5 йәки 6 йыл үткәс, йыйылған аҡсаны үҙ (ҡулланыусылар) ихтыяжына алыу хоҡуғы бирә.
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн Башҡортостандағы Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡҡа 8 (347) 218 17 46 йәки ҡыҙыу линияның 8 (347) 285 00 97 телефондарына мөрәжәғәт итергә була.
Эл. почта: [email protected]
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан