Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Май 2023, 09:48

Аҡъярҙа мобиль пункт эшләй

ДОСААФ бинаһында урынлашҡан мобиль пунктта контракт хеҙмәте буйынса мәғлүмәт алырға мөмкин

Аҡъярҙа мобиль пункт эшләй
Аҡъярҙа мобиль пункт эшләй

–Аҡъярҙағы ДОСААФ базаһында контракт буйынса хәрби хеҙмәткә кандидаттар һайлап алыу пункты эшен дауам итә. Бында контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынған граждандар хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү шарттары, кәрәкле документтар йыйыу, түләүҙәр һәм социаль гарантиялар тураһында мәғлүмәт ала ала. Беҙҙең бурыс–контрактниктарға йүнәлеш биреү, кәрәкле документтар менән ярҙам итеү. Артабан егеттәр хәрби комиссариатҡа йүнәлтелә.  Буласаҡ һалдаттарға  барлыҡ мәғлүмәттәрҙе еткереү маҡсатында ирекмәндәр ҙә эшләй башланы. Әлеге ваҡытта  контракт буйынса хәрби хеҙмәте мәсьәләләре менән граждандар  йыш мөрәжәғәт итәләр, - тине социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенең баш белгесе Илнур Мәмбәтов. 

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, әлеге мәлдә ҡыҫҡа ялда булған яугирҙар әйтеүенсә лә, Аҡъярҙа ошондай нөктәләрҙең барлыҡҡа килеүе яҡшы күренеш.

ДОСААФ бинаһындағы мобиль пункттың эш ваҡыты иртәнге сәғәт 8.00-дән киске 18.00-гә тиклем. Шәмбе көнө 9.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем.

Автор:
Читайте нас: