Башҡортостандың беренсе вице-премьеры, иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов Сибайҙа донъя кимәлендәге «Шифа» балалар һауыҡтырыу лагеры барлыҡҡа килеүен хәбәр итте.
Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмы аша инвесторҙарҙы йәлеп итәсәктәр. Лагерь бер сменала 350-гә яҡын баланы ҡабул итә аласаҡ. Уны 2024 йылдың 1 сентябренә асыу күҙаллана. Проекттың хаҡы 3 миллиард һум тәшкил итә.
Төбәк вице-премьеры иртәгә буласаҡ учреждениеның төҙөлөш майҙансығына барыу планлаштырылыуын һөйләне.
- Сибай өсөн был бик яҡшы проект, беҙҙең республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә уға оҡшаш лагерь юҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Моратов.
фото авторы Д.Фадеев.