ЙӘМҒИӘТ
24 Май 2023, 17:02

Иршат һәм Илшат Үлйәбаевтар менән таныштырып тороу ҙа кәрәкмәй

Хәйбулла районында йәшәгән фермер егеттәр тураһында һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

Иршат  һәм Илшат Үлйәбаевтар менән таныштырып тороу ҙа кәрәкмәйИршат  һәм Илшат Үлйәбаевтар менән таныштырып тороу ҙа кәрәкмәй
Иршат һәм Илшат Үлйәбаевтар менән таныштырып тороу ҙа кәрәкмәй

Ағалы-ҡустылы Иршат һәм Илшат Үлйәбаевтар менән таныштырыу кәрәкмәйҙер,  Хәйбулла районында уларҙы күптәр белә, шулай ҙа улар тураһында яҙып үтергә булдым. Фермер егеттәр менән даими эшлекле аралашыу һәм ошо шәп кешеләр тураһында һөйләргә теләгем быға этәргес бирҙе.

Үлйәбаевтар Баймаҡ районының Сосновка ауылында бер көндә донъяға килгән. 1987 йылда малайҙарҙың ата-әсәһе Хәйбулла районының Өфө ауылына күсеп, шунда нигеҙләнә. 2007 йылда егеттәр еңел булмаған шөғөл һайлап, ауыл хужалығы  йүнәлешендә эшкә тотоналар. Бөгөнгө көндә Үлйәбаевтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы  малсылыҡ һәм үҫемселек йүнәлешендә эшләй. Хужалыҡта  3,5 мең гектар сәсеү майҙансығы бар, тағы ла 2,4 мең гектар майҙан өҫтәргә планлаштыралар. Арпа, һоло, ҡаты һәм йомшаҡ сортлы бойҙай   үҫтерәләр. Фермер хужалығында 12 кеше эшләй.  Үлйәбаевтар баҫыуҙа туҡланыу һәм ял итеп алыу мөмкинлеге биргән вагончик, хатта тәгәрмәсле мунса ла ҡуйғандар. Эшселәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырырға тырышалар.

Егеттәрҙең  фермер хужалығын үҫтереү буйынса  пландары ҙур. Улар  бөтә мәсьәләләр буйынса бергәләп фекер алышып, уртаҡ ҡарар ҡабул итәләр. Хатта бергәләп  ауыр хәлдәрҙән дә сығыу юлын да табалар! Икеһе лә тыныс, аҡыллы, бик татыуҙар.  Егеттәрҙең икеһе лә өйләнгән.  Иршат кәләше менән өс матур ҡыҙ үҫтерһә, Илшаттың ғаиләһендә өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнә.

Рамиль Тукаев

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас