

Был турала муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә яҙҙы.
--Төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй тауыш биреү тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Хәйбулла районы халҡының берҙәм тауыш биреүе Аҡъяр ауылында Мәҙәниәт һәм ял паркын йәки С.Юлаев проспекты, Мортазин, Аҡмулла, Йәштәр урамдары сиктәрендә Аҡъяр ауылы үҙәген тәү сиратта төҙөкләндереүҙе һайларға ярҙам итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәм, иң күп тауыш йыйған биләмә 2024 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндереләсәк. Бының өсөн 5852 тауыш йыйырға кәрәк. Бөгөнгө көндә 3988 кеше үҙ тауышын биргән, 31 майға тиклем 1894 тауыш йыйырға кәрәк.
Районда 14 йәштән өлкән һәр кем https://02.gorodsreda.ru/. платформаһында тауыш бирә ала,--тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.
Тыуған районыбыҙҙы йәмләүгә, төҙөкләндереүгә һин дә үҙ өлөшөңдө индер!
Рустам Шарипов