

Хәйбулла районы ирекмәндәре тарафынан хәрби махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында бик күп эштәр алып барыла.
Хәйбулла ирекмәндәре госпиталдәрҙә дауаланған яугирҙарға кейем йыйыуҙы дауам итә, сөнки был әйберҙәр көн дә тиерлек кәрәк. Ир-егеттәргә төрлө миҙгелдәге эске, өҫкө һәм аяҡ кейемдәре (куртка, футболка, свитер, кофта, толстовка, трико, ыштан [классика йәки джинсы салбарҙарҙан тыш], кроссовкалар, кедалар, тәпешкәләр, кепка, кәпәс һәм башҡалар) йыйыла. Ирекмәндәр белдереүенсә, кейемдәрҙең яҡшы торошта, таҙа булыуы мөһим. Әйткәндәй, ошо арала хәйбуллалар тарафынан йыйылған кейемдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән посылка госпиталдә дауаланған хәрбиҙәргә барып еткән.
Кейем-һалымдарҙы түбәндәге адрестар буйынса йыялар:
* Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте (Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40-сы йорт);
* Бүребай ауылы "Металлург" мәҙәниәт йорто (Бүребай ауылы, Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт).
Бынан тыш, ошо арала Аҡъярҙа яңы тыуған малайға кейем-һалымдар йыйыу акцияһы иғлан ителде. Сабыйға ярҙам Аҡъяр ауылы, Аксаков урамы, 13-сө йорт буйынса йыйыла.