

Махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан райондаш хәрбиҙәрҙең ҡыҫҡа ваҡытлы отпускы үтеп тә китте. Ике аҙна ялдан һуң, улар СВО зонаһына, хәрби иптәштәре янына юлланды.
Уларҙы оҙатыу сараһы бөгөн төндә район хакимиәте янындағы майҙанда үтте. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район руханиҙары уларға изге теләктәрен еткерҙе. Хәрбиҙәрҙе туғандары, яҡындары, дуҫтары оҙатырға килде.
Егеттәр әйтеүенсә, ике аҙналыҡ отпуск тиҙ һәм күҙ асып йомғансы тиерлек үткән. Шулай ҙа өйҙә яҡындары менән аралашып та, йорт тирәһендә ярҙам итеп тә, ял итергә лә өлгөргәндәр.
Район хакимиәте, ирекмәндәр беҙҙең хәрбиҙәрҙең хеҙмәт иткән урынына гуманитар ылау оҙатыу, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Яугирҙар ҙа бөтә хәйбуллаларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Әлбиттә, Хәйбулла районы артабан да был йүнәлештә эш алып барасаҡ, мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ.
Һағынып көтөп алған ҡәҙерле кешеңде икенсе мәртәбә СВО территорияһына оҙатыу, хәрбиҙәргә лә ғаиләнән айырылыу еңел түгел. Үҙҙәрен тыныс тотҡан уҙамандар, хушлашҡанда яҡындарын ҡосаҡлап, әсәйҙәре һәм ҡатындарының күҙ йәштәрен һөрттө... Еңеү менән, имен-һау ҡайтығыҙ, егеттәр!
Хәрбиҙәр үҙ подразделениеларына Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса бүленгән автобустарҙа барып еткәс, отпуск тәғәйен башҡа райондаш яугирҙар ялға ҡайтасаҡ.
Светлана Сахно Фото автора