

Армия хеҙмәте һәр ир-егеттең тормошонда мөһим этап, хеҙмәт итеү ир-егетте сыныҡтыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй, рухты нығыта, ысын дуҫтар һәм тоғро иптәштәр табырға ярҙам итә. Ул, ысынлап та, киләсәктә тормошта кәрәк буласаҡ күп нимәгә өйрәтә, һәр йәһәттән тәжрибә тупларға булышлыҡ итә.
Йәнтеш ауылынан Мансур Марат улы Исҡужин да армияға хеҙмәт итергә юлланды.
-Имен-һау ғына хеҙмәт итегеҙ, һеҙҙе өйҙә яҡындарығыҙ түҙемһеҙлек менән көтөүен онотмағыҙ. Элек-электән халҡыбыҙ уландарын изге теләктәр менән хеҙмәткә оҙатҡан, оҙаҡҡа тыуған ерҙәренән айырылған ир-егеттәргә бер ус тупраҡ һалынған янсыҡ биреп ебәргән, — тип Лена Фуат ҡыҙы Мансурға янсыҡ тапшырҙы.
Шундай аҡыллы, әрме хеҙмәтен үҙ итеп, илһөйәр улдар үҫтергәндәре өсөн Динә Исҡужинаға рәхмәт! Мансурға имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтырға яҙһын!