

Бөгөн, 18 майҙа, Өфөлә республикала төҙөлгән артиллерия дивизионы хәрби әҙерлек үтеү урынына юлға сыҡты. Яугирҙәр туғандары һәм яҡындары менән баш ҡаланың Совет майҙанында хушлашты, тип хәбәр итә «Башинформ». Яңы хәрби формирование «Башҡортостан» башҡорт ирекле мотоуҡсылар полкы составына инә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, совет партизаны, данлыҡлы разведчик Даян Мурзин һәм Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге яңы башҡорт ирекле батальондары ла уның составында.
Оҙатыу сараһы башланыр алдынан Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан республика етәксеһе яугирҙәргә, уларҙың яҡындарына мөрәжәғәт итте.
Башҡортостан артиллеристары командиры подполковник Юрий Спиваков дивизиондың махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарҙы үтәгәндә мотоуҡсылар батальондарына артиллерия ярҙамы күрһәтеү өсөн ойошторолоуын әйтте.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Рамазан Рамазанов һүҙҙәренсә, бөтә ир-егеттәр ҙә — яугир, һәр кем Ватанды һаҡларға әҙер булырға тейеш.