ЙӘМҒИӘТ
18 Май 2023, 10:17

Бәхетле булыу үҙеңдән тора

Иман һәм уның тармағы булып торған изге ғәмәлдәр – улар бәхет асҡыстары, шуларға өлгәшергә ынтыл.

Бәхетле булыу үҙеңдән тораБәхетле булыу үҙеңдән тора
Бәхетле булыу үҙеңдән тора

Иман һәм уның тармағы булып торған изге ғәмәлдәр – улар бәхет асҡыстары, шуларға өлгәшергә ынтыл.

💫 Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер.

💫 Тәүбәңде яңыртып тор, ғүмеребеҙҙе ағыулаусы гонаһлы эштәрҙән үҙеңде тыйырға өйрән.

💫 Йышыраҡ Ҡөрьән уҡы, мәғәнәһенә төшөнөргә тырыш, Аллаһты иҫтә тотор өсөн зикерҙәр әйтеп йөрө.

💫 Кешеләргә изгелек ҡыл – үҙеңде бәхетле тойорһоң.

💫 Ҡыйыу бул, сөнки ҡыйыулыҡ шатлыҡ килтерә һәм үҙ-үҙеңә ҡарата ышаныслылыҡ булдыра.

💫 Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.

💫 Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге артыҡлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.

💫 Бөгөнгө көн менән йәшә: үткәндәр тураһында күп уйлама – үткәнде ҡайтарып булмай, киләсәк тураһында күп хыялланма – киләсәгең әле етмәгән. Һинең ғүмерең – ул бөгөнгө көн, уны матур итеп һәм файҙалы итеп үткәр.

💫 Берәй файҙалы эшкә бөтә булмышың менән бирел – был һинең ҡайғыларың китеүгә сәбәп булыр.

💫 Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһөҙөрәктәргә баҡ – булғанына шөкөр итеп, ғибрәт алыу өсөн.

💫 Хәл-ваҡиғаларҙың иң насар үҫеш алыуына ла әҙер бул, һәм, әгәр ҙә улар тормошҡа ашһа, һиңә ул тиклем үк ауыр булмаҫ.

💫 Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.

💫 Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!

💫 Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә.

💫 Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама.

💫 Минут һайын Күктең ярылып төшөүен йә иһә Ер шарын һыу баҫыуҙы хафаланып көтмә. Бел: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Һиңә яҙған һынауҙар һине барыбер бер нисек тә урап үтмәҫ, ә яҙмағандары иһә һиңә һис ҡасан да ҡағылмаҫ. Шуға ла һәр нәмә өсөн алдан уҡ борсолоп, нервыларыңды бөтөрмә.

💫 Артыҡ зиннәтле, мул тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап.

💫 Өлөшөңә төшкән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Әлбиттә, һуңғылары һәр саҡ күберәк булыр.

💫 Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең өсөн һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баштан-аяҡ эшкә сум.

💫 Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, был һүҙҙәр һиңә түгел, уға зыян. Шуға ла бының хаҡта күп уйлама.

💫 Яҡшы уйҙарҙа бул, насар уйҙарҙан һаҡлан. Яҡшы уйҙар – бәхетле булыуҙың бер сәбәбе.

💫 Яҡшы эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә – барыһын да Аллаһ ризалығы өсөн эшлә, Уға ынтыл, ихлас, эскерһеҙ бул.

💫 Күңелең тартҡан эш менән шөғөллән – һинең шөғөлөң донъяуи бәхеттең бер өлөшө булып, үҙеңә лә, кешеләргә лә файҙа килтерһен өсөн.

💫 Һәр эштә лә тәүәккәл бул һәм бөгөнгө эшеңде иртәнгегә ҡалдырма.

💫 Аллаһ Тәғәләнең һиңә биргән ниғмәттәре, яҡшылыҡтары хаҡында уйлан, улар тураһында кешеләргә һөйлә, шөкөр ит.

💫 Аллаһ Тәғәлә һиңә иман, аҡыл, һаулыҡ, байлыҡ, ризыҡ, ғаилә һәм эш бирҙе икән, бының өсөн Уға рәхмәтле бул.

💫 Кешеләрҙең күберәк яҡшы яҡтарына иғтибарыңды йүнәлт, кәмселектәренә күҙеңде йом. Камил кеше юҡ, һәм был тәү сиратта һинең үҙеңә лә ҡағыла.

💫 Ғәйбәт һүҙҙәренә ышанма. Кешеләрҙең хаталанғанын көтөп, кәмселектәрен эҙләмә, сөнки был һиңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.

💫 Һаулығыңды һаҡла, сөнки тән сәләмәтлеге – йән сәләмәтлеге.

💫 Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл: ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙар уҡы, бер кеше лә белмәгәндәй итеп өҫтәмә ураҙалар тот. Шул рәүешле йәнеңдең дә, тәнеңдең дә яйлап таҙарына барыуын һиҙерһең.


"Ваҡыт!"

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас