ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2023, 06:32

Төркиәлә йәшәүселәр Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡындан таныша ала

-

Төркиәлә йәшәүселәр Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡындан таныша алаТөркиәлә йәшәүселәр Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡындан таныша ала
Төркиәлә йәшәүселәр Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡындан таныша ала

Истанбулда Башҡортостан Республикаһының этнографик йорто төҙөкләндерелде. Ул Зейтинбурну районында, төрки халыҡтарының «Топкапы» этнографик ҡаласығы биләмәһендә урынлашҡан. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы.

Проекттың бурысы – төрки телле илдәрҙең һәм республикаларҙың мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу. Бында милли байрамдар, концерттар ойошторола, фильмдар күрһәтелә, һөнәрселәр күргәҙмәләре эшләй. Көн һайын бында 800-гә яҡын кеше килә. Инеү бушлай.

«Эштәргә Рәсәйҙең сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллеге ҡатнашлығында беҙҙең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы етәкселек итте. Йорттоң тышҡы яғы төҙөкләндерелде, экспозиция яңыртылды - иң яҡшы экспонаттар тупланды. Эске яғын «Ағиҙел» предприятиеһы төрлө йыһаздар менән биҙәне. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған Истанбул халҡына һәм ҡунаҡтарына бына шундай бүләк. Әлбиттә, унда барған яҡташтарыбыҙға ла», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Автор:
Читайте нас