

Иҫәнгилде ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Әлфирә Айытбаева хәрби операция зонаһында ҡатнашыусыларға тәғәйен маскировкалау селтәре үреү буйынса оҫталыҡ класы күрһәткән. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдың битараф булмаған кешеләре һалдаттарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер. Урындағы фермер Нур Күсәрбаев маскировкалау селтәре өсөн махсус таяуҙар өсөн материал бүлеп, ир-егеттәр ҡоро ағзалары Хәлим Исхаҡов, Бүләк Йыһаншиндар менән бергәләп эшләп ҡуйһалар, ауыл старостаһы Иршат Айытбаев туҡыма менән эшләүҙә ярҙам иткән.