

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә шулай тип хәбәр итте. - Беҙҙең бурыс - алғы һыҙыҡта медицина ярҙамын ойоштороу, хәрбиҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарыуға булышлыҡ итеү. Беҙ был яуаплы бурысҡа әҙер. Медицина ротаһының эшен алғы һыҙыҡта мөмкин тиклем һөҙөмтәле итеп ойошторорға планлаштырабыҙ, - ти Максим Забелин. Рота составында табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, санитарҙар, водителдәр - йәмғеһе 50 кеше бар.