

Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, төп маҡсат - фермер хужалыҡтарына, бәләкәй эшҡыуарҙарға ярҙам итеү. Ер бүлгәндә, район өсөн уртаса иҫәпләнгән күләмдән кәмендә ике гектарға ҡалдырыу көтөлә. Тупраҡта ауыл хужалығы продукцияһын үҫтереүгә тәғәйенләнгән минималь ер майҙанын да шунса итеү башланғысы бар. - Ер еләге үҫтерергә теләгән эшҡыуарға бөгөнгө норма буйынса кәмендә 50 гектар алыу кәрәкмәй, ике гектар ҙа етә, - тине спикер.