ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2023, 09:57

Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

-

Алдағы көндәрҙә  ниндәй һауа торошо көтөлә?Алдағы көндәрҙә  ниндәй һауа торошо көтөлә?
Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Башгидрометтан.

Бөгөн, 17 майҙа, яуым-төшөм юҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градус.

Кесаҙна, 18 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ көньяҡ-көнсығышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11, таулы райондарҙа +1 градус. Көндөҙ +17, +22, республиканың көньяҡ-көнсығышында иһә +12 градус.

Йома, 19 майҙа, төндә көньяҡта, ә көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8, көндөҙ +15, +20, көнсығышта +10 градус. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-17/kakoy-budet-pogoda-v-bashkirii-v-blizhayshie-dni-prognoz-3260537

Автор:Галина Бахшиева.
Фото:Галина Бахшиева.
Автор:
Читайте нас