ЙӘМҒИӘТ
13 Май 2023, 04:23

«Китап-байрам» йәрминкәһенә килеүселәр Өфө хосписы пациенттарына китаптар тапшыра ала

     

«Китап-байрам» йәрминкәһенә килеүселәр Өфө хосписы пациенттарына китаптар тапшыра ала«Китап-байрам» йәрминкәһенә килеүселәр Өфө хосписы пациенттарына китаптар тапшыра ала
«Китап-байрам» йәрминкәһенә килеүселәр Өфө хосписы пациенттарына китаптар тапшыра ала

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Өфө хосписы менән берлектә «Өфө хосписының өй китапханаһы» китап кәштәһен ҡуйырға ниәтләй. Акция 26-28 майҙа Өфөләге Совет майҙанында «Китап-байрам» китап йәрминкәһе барышында ойошторола. Акцияның маҡсаты - паллиатив пациенттар менән балалар һәм өлкәндәр өсөн баҫмалар менән бүлешеү.

«Беҙ "Китап" нәшриәтенең художестволы, тарихи, танып белеү китаптарын йыйҙыҡ һәм уларҙы хоспистың өй китапханаһына бүләк итергә әҙербеҙ», - тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев. Өфө хосписы директоры Радмила Сурначева һүҙҙәренсә, бындай китапханалар Рәсәйҙең бик күп хоспистарында эшләй. Бындай башланғыс - Өфө стационарының паллиатив пациенттары өсөн өй китапханаһын булдырыуға тәүге аҙым.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов һүҙҙәренсә, фестивалгә теләгән һәр кем Өфө хосписының буласаҡ китапханаһы фондын тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн «Өфө хосписының өй китапханаһы» кәштәһен табып, унда үҙеңдең китап бүләгеңде ҡалдырыу ҙа етә. «Өфө хосписының өй китапханаһы» кәштәһе Совет майҙанында урынлашасаҡ.

 

фото:"Башинформ"

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас