ЙӘМҒИӘТ
12 Май 2023, 17:15

Ял көндәренә һауа торошо нисек була?

     

Ял көндәренә һауа торошо нисек була?Ял көндәренә һауа торошо нисек була?
Ял көндәренә һауа торошо нисек була?

Башҡортостан синоптиктары алдағы ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте.

Шәмбе, 13 майҙа, төндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градусҡаса күтәрелә.

Йәкшәмбе, 14 майҙа, Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7, көндөҙ +13, +18 градус.

 

Фото:Валерий Шахов
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас