ЙӘМҒИӘТ
12 Май 2023, 09:26

Илле йыл парлы ғүмер

Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Әсхәт һәм Вәлимә Ҡужиндар 50 йыл иңгә-иң терәп татыу йәшәүҙәре менән күптәргә өлгө булып тора.

Илле йыл парлы ғүмерИлле йыл парлы ғүмер
Илле йыл парлы ғүмер

Ғәлиәхмәт ауылы һоҡланғыс ғүмер һәм хеҙмәт юлы үткән өлгөлө парҙары менән данлы. Әсхәт һәм Вәлимә Ҡужиндар ҙа 50 йыл иңгә-иң терәп татыу йәшәүҙәре менән күптәргә өлгө булып тора. Матур ғаилә дүрт ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән. Әле хаҡлы ялда гөрләтеп донъя көтәләр. Улар балалары өсөн оло терәк, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле һәм яғымлы ҡартатай менән өләсәй ҙә.

Ҡужиндар икеһе лә хеҙмәт ветерандары. Ғаилә башлығы ғүмере буйы “Салауат” колхозында водитель булып эшләһә, Вәлимә апай иһә күп йылдар һауынсы була, быҙауҙар баға. Һуңынан мәктәп интернатында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.

-Иңгә-иң терәп, ярты быуат бергә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Кисә генә өйләнешкән кеүекбеҙ. Күҙ асып йомғансы 50 йыл ғүмер үтеп тә киткән.Үткән ғүмеребеҙ өсөн үкенмәйбеҙ. Хеҙмәттән йәм табып йәшәнек. Балаларыбыҙға ла яҡшы тәрбиә бирергә тырыштыҡ. Аллаға шөкөр, ул-ҡыҙҙарыбыҙ атай-әсәй тип өҙөлөп тора.Әле уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәйбеҙ. Парлы тормош юлын үткәндә, тәү сиратта, сабырлыҡ, татыулыҡ, бер-береңде аңлау, ихтирам, урыны менән өндәшмәү ҡалыу мөһим, - ти Ҡужиндар.

Киләсәктә лә  Әсхәт һәм Вәлимә Ҡужиндарҙың һау-сәләмәт, әүҙем һәм күңелдәре менән йәш булып ҡалыуҙарын, гәүһәр туйҙарын да парлы ҡаршы алыуҙарын теләйбеҙ.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 19-сы һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас