ЙӘМҒИӘТ
10 Май 2023, 17:56

ЗӨЛФИӘ ҺЕҢЛЕМ

Бәләкәйерәк саҡта беҙҙе күргән кешеләр: “Һеҙ игеҙәктәрме?”-тип һорай торғайнылар. Әсәйем бер иштән кейендереп ебәрһә, бигерәк тә оҡшашбыҙ шул.

ЗӨЛФИӘ ҺЕҢЛЕМЗӨЛФИӘ ҺЕҢЛЕМ
ЗӨЛФИӘ ҺЕҢЛЕМ

ЗӨЛФИӘ ҺЕҢЛЕМ


Мин үҙемде бик бай һәм бәхетле һанайым. Сөнки минең Зөлфиә һеңлем һәм Илдиәр ҡустым бар! Бөгөн мин Зөлфиә тураһында һөйләргә теләйем.
Ул тыуғанда миңә ни бары 3 йәш кенә булған. Миңә исемде атайым һайлаһа, Зөлфиәгә өләсәйем ҡушҡан: “ Бер-береһенә иш булһын, дуҫ булһындар, Зөлхизәгә оҡшатып Зөлфиә тип ҡушығыҙ!”-тигән ул. Әйткәне һуш килде өләсәйемдең. Мин Зөлфиә һылыуым менән бик татыубыҙ. Һәр ваҡыт бергәбеҙ. Бәләкәйерәк саҡта беҙҙе күргән кешеләр: “Һеҙ игеҙәктәрме?”-тип һорай торғайнылар. Әсәй бер иштән кейендереп ебәрһә бигерәк тә оҡшашбыҙ шул.
Мин сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлағас, ул да эйәрҙе миңә. Тәүҙә минең менән һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнде. Һуңғы осорҙа музыкаға өҫтөнлөк бирҙе – гитарала уйнарға өйрәнә. Мин уның оҫта музыкант булырына ышанам.
Һеңлем һәр эшкә яуаплы ҡарай, уҡыуҙа ла алдынғылар рәтендә. Шуның өсөн дә уның фотоһүрәте мәктәбебеҙҙең “Уҡыу алдынғылары” таҡтаһын биҙәй.

Зөлхизә Исҡужина, 1-се Аҡъяр  мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.

Детская Модельная-Библиотека

 

Автор:
Читайте нас